АҠБАРЫҪ, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 523 кеше; 1920 — 658; 1939 — 650; 1959 — 703; 1989 — 496; 2002 — 534; 2010 — 437 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Ош пеледыш” мари халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар керҙәшлек килешеүе б‑са нигеҙ һала, 1762 й. билдәле. Шулай уҡ Бишкәй исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 12 йортта 151 кеше йәшәгән, 1865 й. 43 йортта — 234 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, 2 бакалея кибете, тирмән теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 2002 й. А. 20 б. 30‑сы йй. нигеҙләнгән Шаран урман хужалығы ҡасабаһы ҡушылған. Ауыл эргәһендәге шыршы ағастары — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.