КЕСЕ НУҒАҘАҠ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Терәпә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т. табан 10 км алыҫлыҡта Эрен й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 231 кеше; 1920 — 351; 1939 — 449; 1959 — 349; 1989 — 252; 2002 — 204; 2010 — 175 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Терәпә урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1797 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Нуғаҙаҡ а. (хәҙ. Сыуаш Нуғаҙағы а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Көтәймәҫ булараҡ теркәлгән. 1865 й. 17 йортта 106 кеше йәшәгән. Игенселек, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. Шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ та булған.

М.Х.Сафин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.