КАЛГАНОВ Алексей Нестерович (25.3.1921, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Яңы Ҡуғанаҡ а., хәҙ. БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны, — 16.4.1990, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Ҡырмыҫҡалы р‑нының “Трудовик” к‑зында эшләй. 1942 й. башлап Воронеж, Брянск, Үҙәк һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑cе удар армияһы 3‑сө гвардия айырым танкыға ҡаршы истребитель артиллерия бригадаһы 282‑се гвардия танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының орудие ком. гвардия өлкән сержанты К. 1945 й. 23—25 апр. Берлин йүнәлешендәге һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1946) Ҡырмыҫҡалы р‑нында, 1967 й. алып Өфөлә эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, 2‑се (1945) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Курск ҡ. почётлы гражданы.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

П.: А.Н.Калганов