КЕСЕ НАҠАҪ, Башҡортостандың Урал алдындағы һырт. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны һәм Ырымбур өлк. буйлап Күгәрсен р‑ны Аҙнағол а. киңлегенән Ырымбур өлк. Ташлы а. киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 28 км, БР‑ҙа — яҡынса 13 км, киңлеге 6—7 км, абс. бейеклеге 667 м (Наҡаҫ ҡ., Ырымбур өлк.). Һырттың түбәләре яйла һымаҡ, битләүҙәре бик күп үҙәндәр м‑н йырғыланған. Аҫҡы триас ҡомташтарынан, алевролиттарынан, балсыҡтарынан, конгломераттарынан тора. Һырт битләүҙәрендә Наҡаҫ, Ташлы, Оло Юшатыр йй. (Һаҡмар й. басс.) ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы һоро урман тупрағындағы һәм типик ҡара тупраҡтағы киң япраҡлы урмандарҙан (имән, йүкә), болонло далаларҙан һәм һөрөнтө ерҙәрҙән ғибәрәт.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.