КАЛАЧЁВА Татьяна Николаевна (25.12.1956, Өфө), актриса. РФ‑тың атҡ. артисы (1998). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Ҡазан театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1977; Е.А.Кузин, В.М.Портнов курсы) В.И.Качалов ис. Ҡазан урыҫ драма театры, 1978 й. алып Силәбе өлкә драма театры, 1985 й. — Карелия АССР‑ы Урыҫ драма театры, 1989 й. — Рязань драма театры, 1999 й. башлап БР Урыҫ драма театры (Өфө) актрисаһы. Актрисаға лирик‑драматик йүнәлеш, һөйкөмлөлөк, күркәмлелек хас. Төп ролдәре: Машенька (“Аҡыл эйәһенә лә бер ҡатлылыҡ хас” — “На всякого мудреца довольно простоты”, А.Н.Островский; дебют, 1977, Ҡазан урыҫ драма театры), Джульетта (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, У.Шекспир, Рязань драма театры), Евдокия Антоновна (“Беҙҙең тормош көндәре” — “Дни нашей жизни”, Л.А.Андреев), Татьяна (“Ул үлгән саҡта...” — “Пока она умирала...”, Н.М.Птушкина), Хужабикә (“Бик ябай тарих” — “Очень простая история”, М.Ладо; бөтәһе лә — Урыҫ драма театры). “Юл” (“Дорога”; Свердловск к/ст, 1975), “Арҡайым сере” (“Тайна Аркаима”; “Студия Vista Vision” ААЙ, 2006), “Визит” (“Башҡортостан” к/ст, 2014) к/ф төшә.

А.Ә.Балғажина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке