КАЛАНТАР Николай Григорьевич (24.12.1901, Баҡы — 12.3.1966, Өфө), инженер‑химик. Техник ф. д‑ры (1965), проф. (1966). Технология ин‑тын тамамлаған (Германия, Дрезден ҡ., 1929). 1930—37 йй. Әзербайжан нефть ҒТИ‑нда (Баҡы) эшләй. 1937 й. репрессиялана, СССР Эске Эштәр ХК-ның Ухта комб‑тына ебәрелә (оператор, лаборант, Ухта НЭЗ‑ында лаб. мөдире вазифаһын башҡарыусы). 1945—46 йй. Ухта НЭЗ‑ында цех начальнигы. 1946 й. өлөшләтә, 1955 й. тулыһынса аҡлана. 1947—57 йй. Д.И.Менделеев ис. Ярославль НЭЗ‑ында эшләй. 1957 й. алып Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда лаб. мөдире, 1959 й. СССР ФА БФ‑ның Химия бүлегендә өлкән ғилми хеҙм‑р (Өфө), 1962 й. алып ӨНИ‑лә уҡыта. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге минераль майҙарҙы тикшереүгә арналған. К. тарафынан таж рәүешендәге балҡышлы зарядһыҙланыу булдырмаҫлыҡ юғары электрофизик үҙсәнлектәргә эйә булған трансформатор һәм конденсатор майҙарының составы һайлап алына, ингибирланмаған трансформатор һәм турбина майҙарын сығарыуҙы тәьмин итеүсе дистилляттар таҙартыу процестары схемалары уйлап табыла. Яңы Өфө НЭЗ‑ында газға тотороҡло конденсатор майының тәж. партияһы алынған, Усть-Каменогорск конденсаторҙар эшләү з‑дында ҡулланылған. 40‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. 

Хеҙм.: Селективные растворители. Баку, 1934; Трансформаторные масла. Баку, 1934 (авторҙ.).

Ю.М.Абыҙгилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке