КАЛАНОВ Рим Ғариф улы (20.7.1955, БАССР‑ҙың Краснокама р‑ны Иҫке Нуғай а.), хирург, онколог. Мед. ф. д‑ры (1995), проф. (1996). БР‑ҙың атҡ. табибы (1997), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) 1984 й. тиклем Респ. онкология диспансерында эшләй. 1989 й. алып БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тында, бер үк ваҡытта 1992 й. — Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында (1995 й. тиклем бүлек мөдире), 2012 й. башлап Республика клиник дауаханаһында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге онкология, эренле хирургия, колопроктология өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. К. тарафынан йыуан эсәк яман шешен хирургик дауалау алымы эшләнә, ул БР‑ҙың дауалау практикаһында ҡулланыла. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 28 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Толстокишечная непроходимость (диагностика, лечение, реабилитация). Уфа, 1999 (авторҙ.); Лимфатическая система человека. Уфа, 2006; Колопроктология. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Л.Р.Шәрипова

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018