КАЛАБУГИНА Евгения Валентиновна (28.5.1934, Тула ҡ.), инженер-технолог. ӨНИ‑не тамамлаған (1962), 1959 й. алып шунда уҡ эшләй, 1967 й. — НИИнефтехимда, 1972—92 йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ‑нда: баш инженер, 1982—91 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р. Производство эшмәкәрлеге изоляция мастикалары уйлап табыу һәм уларҙың файҙаланыу характеристикаларын тикшереү м‑н бәйле. К. ҡатнашлығында юғары һөҙөмтәле Пластобит‑2М изоляция ҡапламаһы һәм уның м‑н магистраль үткәргес торбаларҙы көпләү технологияһы уйлап табылған. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 4 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1983).

 

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018