КАКАЧ Садик (1.10.1932, Корум ҡ., Төркиә), физик. Филос. д‑ры (1965). БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1998). Истанбул техник ун‑тын (1955), Массачусетс технологик ин‑тын (Кембридж ҡ., 1960), Манчестер ун‑тын (1965) тамамлаған. 1960—82 йй. Анкарала (Төркиә) эшләй: 1961—62 һәм 1968—70 йй. инженерлыҡ механикаһы ф‑ты етәксеһе, бер үк ваҡытта 1971—81 йй. Яҡын Көнсығыш техник ун‑тының йылылыҡ техникаһы ғилмитикшеренеү бүлеге директоры. 1974 й. алып Майами ун‑тында (Корал-Гейблс ҡ., АҠШ; 1990—98 йй. инженерлыҡ механикаһы ф‑ты етәксеһе). Фәнни эшмәкәрлеге бер фазалы ағым эсендәге конвекция, ике фазалы ағымдарҙың тотороҡһоҙлоғо, микромасштабтарҙа йылылыҡ күсеү проблемаларына арналған. 220‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. А.Гумбольдт ис. пр. (1989), Төркиә‑Америка ғалимдары ассоциацияһы пр. (1994) лауреаты. 

Р.И.Ниғмәтуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.