КАЙНОЗОЙ (гр. kainós — яңы, үҙенсәлекле һәм zōḗ — тормош), кайнозой эратемаһы, кайнозой эраһы, фанерозойҙың өҫкө бүлексәһе. 65 млн йыл элек башлана, хәҙ. ваҡытта дауам итә. Палеоген, неоген һәм дүртенсел (квартер) системаларға (осорҙар) бүленә. Башҡортостан терр‑яһында палеоген һәм миоцен (неогендың аҫҡы бүлеге) ҡатламдары көслө эрозия һәм тектоник ҡалҡыуҙар арҡаһында өлөшләтә депрессияларҙа һаҡланған. Плиоцен ултырмалары (неогендың өҫкө бүлеге) Ағиҙел, Өфө, Һаҡмар һ.б. йылғалар үҙәндәренә тура килә. Квартер ҡатламдары һыу айырғыс киңлектәрҙе, битләүҙәрҙе, тау һәм ҡалҡыулыҡ түбәләрен тотош япма булып ҡаплай; хәҙ. заман рельефын барлыҡҡа килтерә (йылға үҙәндәре, күл уйпатлыҡтары һ.б.). Ултырмалары боронғо ҡатламдарға йыуылыу аша ятҡан континенталь һәм диңгеҙ (квартерҙан тыш) тоҡомдарынан ғибәрәт. Дөйөм ҡалынлығы 800 м тиклем. К. ҡатламдарына һоро күмер, кварцлы ҡомташ, аҡ балсыҡ, төҙөлөш материалдары (балсыҡ, ҡом, ҡырсынташлыҡ), торф, агрономик мәғдән (гажа, сапропель), минераль буяу (охра, глауконит, аҡбур), эсәр һыу ятҡылыҡтары тура килә.

Әҙәб.: Кайнозой Башкирского Предуралья. Т.2. Ч.3. Этапы геологического развития Башкирского Предуралья в кайнозое. М., 1970; Геологическая карта Российской Федерации. 1:1000000 (новая серия). Л. N40(41). Уфа: объясн. зап. СПб., 2000; Стратиграфический кодекс России. 3‑е изд. СПб., 2006.

Г.Ә.Данукалова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018