КЕСЕ МӘҠСҮТ, Ҡарҙар, Ишембай р‑нындағы ауыл, Һайран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 22 км һәм Салауат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 166 кеше; 1920 — 288; 1939 — 292; 1959 — 313; 1989 — 211; 2002 — 215; 2010 — 207 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Мәҡсүт а. (хәҙ. Стәрлетамаҡ р‑ны) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 10 йортта 40 кеше йәшәгән, 1865 й. 16 йортта — 85 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек, сана һәм утын санаһы яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров, Ғ.И.Яҡупов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.