КАЙДАРОВ (Кайдар) Абду-Али Туғанбай улы (13.12.1924, РСФСР-ҙың Ҡара‑Ҡырғыҙ авт. өлк. Талдыболаҡ а.), тел белгесе. Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА акад. (1983), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), филол. ф. д‑ры (1970), проф. (1972). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1982), Ҡаҙағстан Респ. халыҡ мәғарифы отличнигы (1994). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡаҙаҡ ун‑тын тамамлағандан һуң (1951) Ҡаҙағстан Респ. ФА‑нда эшләй: 1958 й. алып Көнсығыш илдәрен өйрәнеү секторының өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1959 й. — уйғыр филол. бүлеге мөдире, 1961—63 йй. һәм 1967—78 йй. фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1963—67 йй. бүлек мөдире, 1978 й. — дир., 1995 й. — почётлы дир., бер үк ваҡытта Ә.Байторсонов ис. Тел ғилеме ин‑тының төп ғилми хеҙм‑ре (бөтәһе лә — Алматы ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге ҡаҙаҡ теленең һәм уйғыр теленең лексикологияһына, фразеологияһына, грамматикаһына; этнолингвистика мәсьәләләренә; ҡаҙаҡтарҙың тарихына һ.б. арналған. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. урта мәктәптәр һәм вуздар өсөн уҡыу әсбаптары, авторы. “Ҡаҙаҡ теле” халыҡ-ара ойошмаһының президенты (1989 й. алып), почётлы президенты (1991 й. алып). Ш.Вәлиханов ис. пр. лауреаты (1971). 1‑се (1944) һәм 2‑се (1985) дәрәжә Ватан һуғышы, Халыҡтар Дуҫлығы (1984), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Актуальные вопросы казахского языка=Казақ тiлiнiv өзектi мәселелерi. Алматы, 1998; Тысяча метких и образных выражений: казахско-русский фразеологический словарь с этнолингвистическими пояснениями. Астана, 2003.

Әҙәб.: Баскаков Н.А., Кажибеков Е.З. Абду-Али Туганбаевич Кайдаров //Советская тюркология. 1984. №6; Зайнуллин М.В. Почётный академик АН РБ Абду-Али Туганбаевич Кайдаров // Проблемы востоковедения. 2010. №1.

М.В.Зәйнуллин, Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Текст на русском языке