КАЗАК МӘКТӘПТӘРЕ, Рәсәйҙә казак ҡатламы өсөн башланғыс дөйөм белем биреү уҡыу йорттары. 19 б. башында казак ғәскәре командалығы инициативаһы м‑н ойошторолған. Ғәскәри хужалыҡ идараһы һәм казак ғәскәренең хәрби бүлектәре атамандары, 1916 й. алып Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Ҡасабалар һәм станицаларҙа асыла, казак ғәскәре аҡсаһына тотола. Уҡыу бушлай була. 7—9 йәшлек малайҙар, 19 б. уртаһынан ҡыҙҙар ҙа ҡабул ителә. Айырым (ир балалар, ҡыҙ балалар өсөн) һәм ҡатнаш К.м. эшләй. Уҡыу ваҡыты 4—6 йыл тәшкил итә. Уҡыу курсы мәхәллә училищелары, 20 б. башынан ауыл министрлыҡ мәктәптәре программаһына тап килә. Уҡыусыларҙың хәрби әҙерлегенә ҙур иғтибар бирелә. Уҡытыу барышында дәртләндереү (рәхмәт белдереү, маҡтау ҡағыҙы һ.б.) һәм яза биреү, ш. иҫ. тән язаһы (1860 йй. бөтөрөлә), ҡулланыла. 1918 й. К.м. ябыла йәки берҙәм хеҙмәт мәктәптәренең төрлө типтарына үҙгәртелә (ҡара: Дөйөм белем биреү мәктәптәре). Ырымбур казак ғәскәренең тәүге К.м. 1819 й., Урал казак ғәскәренеке 1858 й. асыла. Ырымбур казак ғәскәре командалығы тарафынан “Ырымбур ғәскәрендә ойошторолған мәктәптәргә идара итеү тураһында ҡағиҙәләр” (1838; 1889 йй. яңыртылалар) булдырыла, уларҙа уҡыусыларҙы уҡытыу һәм улар м‑н мөғәмәлә итеү тәртибе яҙыла, Алла Ҡануны, арифметика, уҡыу һәм яҙыуға ғына түгел, ш. уҡ гимнастикаға, һөңгө, ҡылыс тотоу оҫталығына ла өйрәтеү зарурлығы билдәләнә; 8—9 йәшлек малайҙарҙы мотлаҡ уҡытыу индерелә (1871). Ырымбур казак ғәскәрендә 1848 й. — 69 (һәр ғәскәри станицала берәр), 1875 й. — 484 (157‑һе — ҡатын-ҡыҙҙар өсөн), 1917 й. 596 (Ырымбур губернаһындағы бөтә башланғыс уҡыу йорттарының 36%‑ы) К.м иҫәпләнә; Урал казак ғәскәрендә 1858 й. — 18, 1859 й. — 87, 1860 йй. аҙ. 33 (3‑өһө — ҡатын-ҡыҙҙар өсөн) К.м. була. 1917 й. Ырымбур казактарының грамоталылыҡ кимәле — 59,8%, урал казактарының 34,1% тәшкил итә. Уҡытыусылар, ҡағиҙә булараҡ, казак ҡатламына ҡарай, уҡытыусылыҡ эше уларға ғәмәли хеҙмәткә иҫәпләнә; Благовещен уҡытыусылар семинарияһында, Верхнеурал ир балалар К.м. пед. класында, Һамар, Уральск ҡҡ. уҡытыусылар семинарияларында, төрлө курстарҙа әҙерләнәләр. Ырымбур уҡыу округының К.м. 1001 уҡытыусының 2,8%-ы — юғары йәки урта, 1%-ы — урта пед., 0,8%-ы — урта дини, 95,3%-ы башланғыс йәки өйҙә алынған белемле була (1911).

Әҙәб.: Севастьянов С.Н. Школьное образование в Оренбургском казачьем войске за 1819—1895. Оренбург, 1896; Болодурин В.С. Образование и педагогическая мысль в Оренбуржье. Страницы истории (1735—1940). Оренбург, 2001.

А.И.Ҡаһарманова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018