КАЗАНЦЕВА Тамара Тимофеевна (8.5.1934, Кривой Рог ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА акад. (1991), геол.-минералогия ф. д‑ры (1985). Кривой Рог тау‑мәғдән ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) Красноярскгеол. идаралығында эшләй. 1965 й. алып “Башнефть” берекмәһендә: 1968 й. башлап Стәрлетамаҡ геол. эҙләнеүҙәр контораһының геол. төшөрөү партияһы нач., 1974 й. — Туймазы геол. эҙләнеүҙәр партияһы отряды нач.; 1975 й. алып Геология ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1986—2001 йй. һәм 2004 й. башлап баш ғилми хеҙм‑р, 2001—04 йй. лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге геотектоника, дөйөм һәм төбәк геологияһы, петрология б‑са тикшеренеүҙәргә бәйле. Шарьяж теорияһының авторҙашы. К. тарафынан геоэволюцияның фәнни закондары төҙөлә, йыйырсыҡлы өлкәләр үҫешенең геодинамик режимдары, аллохтондарҙың ваҡыты‑ваҡыты м‑н ер өҫтөнә ҡалҡып сығыуы асыҡлана, Уралда офиолиттарҙың аллохтонлығы нигеҙләнә. Геодинамика һәм геологияла эволюция закондары, теоретик геологияла структур фактор фәнни йүнәлештәренә нигеҙ һалыусы. 430‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Дуҫлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1999). 

Хеҙм.: Аллохтонные структуры и формирование земной коры Урала. М., 1987; Научные законы геологического развития. Уфа, 2006; Структурный фактор в теоретической геологии. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Әҙәб.: Вклад геологов‑нефтяников в развитие нефтедобывающей промышленности Башкортостана. Уфа, 2003; Камалетдинов М.А. Учёные и время. Уфа, 2007.

М.А.Камалетдинов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

Илл.: Т.Т.Казанцева

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018