КАЗАНЦЕВ Юрий Васильевич (7.12.1935, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 25.3.2011, Өфө), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1983). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1983). Кривой Рог тау‑мәғдән ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) Красноярск геол. идаралығында эшләй. 1965 й. алып Стәрлетамаҡ геол. эҙләнеүҙәр контораһында партия нач., 1969 й. — баш геолог, 1974 й. — “Башнефть” берекмәһе Туймазы геол. эҙләнеүҙәр контораһының геол. экспедицияһы нач., геол. партияһы нач., 1975 й. — Геол. ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1980 й. — лаб. мөдире, 2006 й. — баш ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге дөйөм һәм нефть геологияһы, тектоника өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. Шарьяж теорияһының авторҙашы. К. тарафынан Көнсығыш Европа платформаһының, Урал алды бөгөлөнөң, Йылайыр синклинорийының, Магнитогорск мегааллохтонының һәм Таулы Ҡырымдың структура геологияһы тикшерелә; мәтеле вулкандарҙың һәм диапирҙарҙың барлыҡҡа килеү механизмы, уларҙың нефть һәм газ ятҡылыҡтары м‑н бәйләнеше нигеҙләнә; геол. структур формаларын типтар б‑са классификациялау тәҡдим ителә. К. БР терр‑яһының сейсмотектоник активлыҡ картаһын, мәғдән һәм нефть ятҡылыҡтарының фронталь ҡаплау шыуҙырма өлөштәрендә урынлашыуын билдәләп, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының геол. һәм тектоника карталарын төҙөй. “Геология” ж. баш мөхәррире (1997 й. алып). 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Структурная геология северо‑востока Башкортостана. Уфа, 1999 (авторҙ.); Структурная геология юго‑востока Восточно‑Европейской платформы. Уфа, 2001 (авторҙ.); Структурный фактор в теоретической геологии. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Әҙәб.: Вклад геологов‑нефтяников в развитие нефтегазодобывающей промышленности Башкортостана. Уфа, 2003.

М.А.Камалетдинов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.