КАЗАНСКАЯ Людмила Васильевна (29.4.1905, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Топорнин а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а., — 5.10.1987, Өфө), сәнғәт ғилеме белгесе. Ленинград ун‑тында уҡыған (1931—35). 1937 й. алып БДХМ‑да эшләй: ғилми, өлкән ғилми хеҙм‑р, 1941—42 йй. дир. вазифаһын башҡарыусы, 1950—60 йй. төп һаҡлаусы; бер үк ваҡытта 1947—49 йй. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһында уҡыта. Башҡ‑нда тәүге проф. сәнғәт ғилеме белгесе. Ю.Ю.Блюменталь, И.Е.Бондаренко, В.С.Сыромятников, Ф.Л.Эрнст м‑н бергә музей эштәре башланғысына нигеҙ һалған. Фәнни‑ағартыу эше м‑н шөғөлләнгән. И.И.Урядов (1953), һәүәҫкәр рәссамдарҙың (1956), Нестеров М.В. исемендәге башҡорт художество музейы тупланмаларынан графика күргәҙмәләренең каталогтарын (1958) төҙөгән. 1954 й. К. ҡатнашлығында БДХМ‑ға музейға нигеҙ һалыусы М.В.Нестеров исеме бирелә.

Әҙәб.: Нефёдова Т.И. Мариинка. Уфа, 2000; Сообщения Башкирского государственного художественного музея имени М.В.Нестерова. Уфа, 2001. 

Ә.Ғ.Йәнбухтина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке