КАЗАНКА, Архангел р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 19 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 338 кеше; 1939 — 497; 1959 — 654; 1989 — 416; 2002 — 382; 2010 — 323 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә Ҡазан губ. күсеп килеүселәр нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018