КАЗАНКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Казанка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта Ҡатай й. (Төйлән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 408 кеше; 1920 — 781; 1939 — 846; 1959 — 584; 1989 — 373; 2002 — 419; 2010 — 350 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Чаровницы” украин халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙендә 19—20 бб. араһында украин күскенселәре тарафынан Казанский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1906 й. (хәҙ. исемендә) тирмән, бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала. 60‑сы йй. аҙ. ауылға 19 б. аҙ. нигеҙләнгән Ҡатай а. ҡушыла. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.