АҠАЙ КҮСЕМОВ, башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттарынан. Күсем Түләкәевтең улы. Ҡазан даруғаһының Тамъян, Йәнәй улустарында (керҙәшлек нигеҙендә) йәшәгән. 1735 й. июнендә Өфө эргәһендә үткән йыйында Ҡазан даруғаһы башҡорттары делегацияһына етәкселек итә. Һуңыраҡ уларҙың етәксеһе итеп һайлана. 1735 й. июль—сент. А.К. отряды Нуғай һәм Ҡазан даруғаларында, сент. аҙағында Килмәк Нурышев отряды м‑н берлектә Өфө янында хәрәкәт итә. Окт. башында А.К. отряды Табын ҡәлғәһе тирәһендә Ырымбур экспедицияһының (1734—44) төп көстәренә һөжүм итеүҙә ҡатнаша. Окт. Башҡортостандағы хөкүмәт ғәскәрҙәренең баш командующийы ген.‑лейт. А.И.Румянцевтың тәҡдиме б‑са А.К. һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн ихтилалдың башҡа етәкселәре м‑н бергә Минзәләгә килә, ҡулға алына. Тәүҙә Румянцев ставкаһында, 1736 й. алып Өфөлә тотола, 1738 й. С.‑Петербургҡа оҙатыла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. А.К. “Аҡай батыр” башҡ. риүәйәте бағышланған.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке