КАЗАНКА, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Ҡаҙанболаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 90 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 59 км алыҫлыҡта Ҡаҙанболаҡ й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 154 кеше; 1920 — 349; 1939 — 447; 1959 — 421; 1989 — 349; 2002 — 350; 2010 — 303 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҙелбәк урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Орск өйәҙендә урыҫ һәм мордва күскенселәре нигеҙ һала. 1900 й. алып Ҡазан утары булараҡ иҫәпкә алынған. Шулай уҡ Бишул, Ейәнсура с‑зының 2‑се фермаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә, 50‑се йй. аҙ. хәҙ. статусын ала. Н.В.Бедренко ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018