КАЗАНКА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Моҡас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 53 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Төйәләҫ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 354 кеше; 1939 — 271; 1959 — 334; 1989 — 356; 2002 — 400; 2010 — 417 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Сибай урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1911 й. Орск өйәҙе Бөрйән улусының Моҡас а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урыҫ крәҫтиәндәре Казанский/Яңы Казанский утары булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018