КЕСЕ ҠЫҘЫЛ, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Әбйәлил р‑ны Салауат-совхоз утары эргәһендә Уралтау һәм Ҡырҡтытау һырттары араһындағы уйпатлыҡта башлана. Әбйәлил р‑ны терр‑яһы буйлап көньяҡтан төньяҡ-көнсығышҡа табан аға, Белорет р‑ны Абҙаҡ а. эргәһендә көньяҡ‑көнсығышҡа борола һәм БР‑ҙың Белорет, Әбйәлил р‑ндары, Силәбе өлк. терр‑ялары буйлап аға. Урал й. (тамағынан 2172 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 113 км, басс. майҙаны 1540 км2, дөйөм түбәнәйеүе 270 м. БР терр‑яһында К.Ҡ. оҙонлоғо яҡынса 93 км. Был участкала йылға ҡар һыуы м‑н туйына. Әбйәлил р‑ны Мораҡай а. эргәһендә йыллыҡ аҡманың 80%‑ы — яҙғы (апр.—май), 13%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.) һәм 7%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 4,5 м3/с. Үрге ағымда басс. Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүе сиктәрендә урынлашҡан, рельефы йырғыланған, аҫҡы һәм өҫкө девон тоҡомдарынан (базальт, андезибазальт) тора, түбәнге ағымда аҫҡы һәм урта карбон тоҡомдарынан (аргиллит ҡатыш эзбизташ, конгломерат, ҡомташ) ғибәрәт; карст үҫешкән. Үрге ағымда ландшафы һоро урман тупрағындағы ҡайын‑ҡарағай урмандарынан, түбәнге ағымда — йыуылған һәм типик ҡара тупраҡтағы төрлө үләнле һәм ҡыяҡлы далаларҙан тора. Үрге ағымда басс. 80%‑ы, түбәнге ағымда — 15%‑ы урман м‑н ҡапланған. Ҡушылдыҡтары: уң — Аналыҡ; һул — Биҙгенде, Тайһары һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.