КАЗАКОВА Оксана Борисовна (19.6.1970, Белорет ҡ.), химик. Химия ф. д‑ры (2007), проф. (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1992) Органик химия ин‑тында эшләй: 2000 й. алып өлкән, 2007 й. — төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2011 й. башлап РФА Өфө ФҮ Президиумының баш ғилми секретары вазифаһын башҡарыусы. Фәнни хеҙмәттәре ағастар һәм үләндәрҙән алынған терпеноидтарҙың әүерелештәрен тикшереүгә арналған. Бетулин, глициррет, левопимар, олеанол, урсол к‑таларын өйрәнгән. К. тарафынан бетулин, оксиминобетулон к‑талары — грипп вирустары һәм энтеровирустар ингибиторҙары; диникотинат, бетулин бисгемифталаты — гепатопротектор; дигидрохинонпимар к‑таһы — сей яраға ҡаршы сара сифатында тәҡдим ителә. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Бетулин и его производные. Химия и биологическая активность //Химия в интересах устойчивого развития. 2005. Т.13. №1 (авторҙ.); Терпеноиды ряда лупана — биологическая активность и фармакологические перспективы. I. Природные производные лупана //Биоорганическая химия. 2006. Т.32. №1 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке