КЕСЕ ҠОРОЛТАЙ, предпарламент. 1917 й. 10 дек. Ырымбурҙа 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайында ойошторола. 22 ағзанан (башлыса Башҡорт мәркәз шураһынан) һәм съезда һайланған 3 К.ҡ. ағзалығына кандидаттан торған. К.ҡ. төп функциялары: авт. Башҡортостан хөкүмәтен булдырыу, съезда ҡабул ителгән закондарҙы эшләп бөтөрөү, парламент саҡырыу. 1917 й. 20 дек. К.ҡ. тарафынан Башҡорт хөкүмәте һайлана (үҙенең ағзалары составынан) һәм раҫлана. 1919 й. эшмәкәрлеген туҡтата.

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. М.И.Аҡъюлов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.