КАЗАКОВА Оксана Борисовна (1.12.1977, Стәрлетамаҡ ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2010). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (2000). 2002 й. алып ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында эшләй. 2003 й. башлап Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тының Өфө филиалында, 2004 й. — БР Президенты эргәһендәге Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., 2014 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге иҡтисадта инновацион-инвестицион процестарҙы тикшереүгә арналған. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 

Хеҙм.: Состояние и возможности инновационного развития российских предприятий. Уфа, 2007; Эффективное управление инвестированием обновления основного капитала. М., 2008.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.