КАЗАКОВ Степан Александрович (25.3.1914, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Кесе Яңы Троицкий а., хәҙ. БР‑ҙың Мишкә р‑ны Яңы Троицкий а., — 7.12.1964, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Асҡын а.), Советтар Союзы Геройы (1943). Гвардия өлкән лейт. (1944). 1938 й. Хәсән күле янында совет-япон ҡораллы конфликтында, 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнаша. 1936 й. алып Мишкә р‑нының “Комсомол” к‑зында эшләй. 1936—39 йй., 1940 й. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Көнбайыш, Дон, Брянск һәм Үҙәк фронттарҙа хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армия 77‑се гвардия уҡсылар див. 156‑сы гвардия артиллерия полкы дивизионының разведка нач. гвардия лейт. К. 1943 й. 17 һәм 27 сент. Десна һәм Днепр йй. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1944 й. башлап запаста, 1951 й. — Асҡын р‑нында эшләй. Ленин (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Мишкә р‑нының Мишкә һәм Кесе Нәкәрәк аа. урамға К. исеме бирелгән.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке