КАЗАКОВ Рауил Яғмыр улы (25.1.1982, Белорет ҡ.), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2006). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2003). Башҡ‑н физик культура ин‑тын тамамлаған (2007). “Геракл” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры С.В.Горшков), 2001—09 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры Б.И.Шейко). Донъя (2002, 2004, 2007) һәм Рәсәй (2002, 2005) чемп., Рәсәй кубоктарын яулаусы (2001, 2003—04, 2007), донъя (2003, 2005), Европа (2002) һәм Рәсәй (2003—04, 2006) чемпионаттарының көмөш призёры, олимпиадаға ҡарамаған спорт төрҙәре б‑са Бөтә донъя уйындарының абс. еңеүсеһе (2005), ятҡан килеш штанга күтәреү б‑са донъя һәм Европа чемп. (2009). Үҫмер спортсылар араһында донъя (2002) һәм Европа (2003—04) чемпионы. Ир‑аттар һәм үҫмер спортсылар араһында күп тапҡыр донъя, Европа һәм Рәсәй рекордсыһы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2002—09). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2006).

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке