КАЗАКОВ Дмитрий Валерьевич (31.10.1970, Өфө) химик. Химия ф. д‑ры (2008). В.П.Казаковтың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1993) Органик химия ин‑тында эшләй. 2012—14 йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑тының төп ғилми хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре пероксидтар (ш. иҫ. диоксирандар, эндопероксидтар) реакцияларында электрон‑ҡуҙғытылған торошо генерацияһын, биологик актив тетраоксандарҙың, триоксоландарҙың әүерелештәрен, уран һәм лантаноидтар берләшмәләренең хемилюминесценцияһын тикшереүгә арналған. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 2 уйлап табыу авторы. РФА Өфө ФҮ‑нең Йәш ғалимдар советы рәйесе (2000—06). 

Хеҙм.: Химия и хемилюминесценция диоксиранов. М., 1999 (авторҙ).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018