КЕСЕ ИРӘНДЕК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы р‑ны буйлап Краснохта й. (Уй й. ҡушылдығы) тамағынан Ирәндек һыртына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 4,5 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге яҡынса 1,5 км, көньяҡ өлөшөнөкө яҡынса 2,5 км, абс. бейеклеге 651 м. Битләүҙәре текә, көньяҡ өлөшөндә уйһыулыҡтар м‑н ҡатмарланған. Девондың ирәндек свитаһының порфирлы андезибазальттарынан, базальттарынан, туфтарынан ғибәрәт. Ландшафтары аҡһыл һоро урман тау тупрағындағы ҡарағай һәм икенсел ҡайын урмандарынан тора. 

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Текст на русском языке