КАЗАКОВ Валерий Петрович (11.7.1934, Алыҫ Көнсығыш крайының Владимир‑Александровка а. — 6.8.2010, Өфө), физик‑химик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), химия ф. д‑ры (1983), проф. (1986). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984). Ленинград ун‑тын тамамлағандан һуң (1957) СССР ФА Археология ин‑тының Ленинград бүлексәһе һәм В.Г.Хлопин ис. Радий ин‑тының берләштерелгән радиоуглеродтар лаб., 1960—68 йй. СССР ФА Себер бүлексәһенең Органик булмаған химия һәм Йылылыҡ физикаһы ин‑тында (Новосибирск ҡ.) эшләй. 1970 й. алып Органик химия ин‑тында лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1987—93 йй. РФА‑ның Өфө ФҮ Президиумы рәйесе урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге алтын, платинаның комплекслы берләшмәләрен, ауыр металдар эретмәләре радиолюминесценцияһын тикшереүгә арналған. К. тарафынан трансуран элементтарҙы регистрациялаусы тәүге һыулы сцинтиллятор уйлап табыла. Сәнәғәт объекттарында урандың үтә аҙ миҡдарын, ш. уҡ тирә-яҡ мөхитте бысратыу кимәлен билдәләүсе ысул нигеҙендәге уран м‑н ксенондың реакцияһы хемилюминесценцияһы асыла. К. тарафынан РФА-ның И.В.Курчатов ис. Атом энергияһы ин‑ты (Мәскәү) хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә атом реакторында ядро яғыулығы етештереү кимәлен дистанцияла диагностикалау өсөн антинейтрино детекторы уйлап табыла. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 22 уйлап табыу авторы. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2002).

Хеҙм.: Хемилюминесценция уранила, лантаноидов и d‑элементов. М., 1980;  Низкотемпературная хемилюминесценция. М., 1987 (авторҙ.); Химия и хемилюминесценция диоксиранов. М., 1999 (авторҙ.).

Ф.А.Вәлиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018