КАЗАК ҠАТЛАМЫ (төркисә казак — ирекле кеше), 15—17 бб. ялланып эшләүсе ирекле кешеләр, Рус дәүләтенең сик буйында хәрби хеҙмәт үтәүселәр; 18 б. — 20 б. башында Рәсәйҙәге хәрби ҡатлам; 20 б. башы урыҫ эмиграцияһы араһында, СССР‑ҙа, РФ‑та, Ҡаҙағстанда һәм Украинала этносоц. берләшмә. 18 б. тиклем ирекле (дәүләттән бойондороҡһоҙ) һәм хеҙмәтле (Илселек, Разряд, Стрелец һ.б. приказдар ҡарамағындағылар) К.ҡ. бүлеп йөрөтөлә. 1571 й. төҙөлгән Һаҡ станица хеҙмәте уставына ярашлы, ҡалаларҙы (ҡәлғәләр) һәм постарҙы һаҡлаған ҡала (полк) һәм станица (һаҡ) казактары булған. 18 б. К.ҡ. иррегуляр ғәскәрҙәр иҫәбенә индерелә һәм 1719 й. Сит ил эштәре коллегияһына, 1721 й. Хәрби коллегияның казак экспедицияһына (Себер приказына буйһонған казактарҙан тыш) буйһондорола. 1796 й. алып казак халҡына шул ерҙәрҙәге инспекция (ш. иҫ. Ырымбур инспекцияһы) нач. идара итә. 1835 й. башлап К.ҡ. дөйөм идара итеү м‑н Хәрби торамалар департаменты, 1857 й. — Хәрби министрлыҡтың Иррегуляр ғәскәрҙәре баш идаралығы (1879 й. башлап Казак ғәскәрҙәренең баш идаралығы) шөғөлләнә. 19 б. уртаһына казак ғәскәрҙәренең адм. һәм иҡт. структураһы ҡорола. Һәр ғәскәр башында хәрби губернатор хоҡуҡтарынан файҙаланған наказлы (тәғәйенләнгән) атаман тора. Хәрби-адм. яҡтан ғәскәр округтарға һәм башында атаман, ок‑руг йәки бүлек нач. торған бүлектәргә, адм.-терр. йәһәттән бер нисә ҡасабанан йәки утарҙан торған станицаларға бүленгән. Станица казактары — станица йәмғиәтен, станица биләмәләре станица йортон тәшкил иткән. Станицаларҙа йәшәгән казак булмағандар ситтән килеүсе тип аталып, йорт ерҙәрен ҡуртымға алып файҙаланған. Урындағы казак үҙидаралығы һайлап ҡуйылған кешеләр һәм органдар ҡулында булған (станица органдары — станица атаманы, станица идаралығы, станица йыйыны һәм станица суды; утар органдары — утар йыйыны һәм утар суды). 20 б. казактарҙың 90%‑ын урыҫтар (уларҙың байтағы старообрядсы була) тәшкил иткән; башҡа халыҡ вәкилдәре К.ҡ. православие динен ҡабул иткәс, станица йәмғиәте ризалығы м‑н генә инә алған. 17 б. башлап казак хәрби дәрәжәләренең үҙенсәлеге һаҡланған: хорунжий (армия прапорщигына тап килә), старшина, подъяҫауыл, подполковник, полковник. Ирекле казактар Көньяҡ Уралда 16 б. башында күренә башлай. 16—17 бб. Дон һәм Волга буйы казактары общиналары Яйыҡ й. түбәнге ағымында урынлашып, Яйыҡ казактарына берләшә, Яйыҡ (1584), Гурьев (1640) һ.б. ҡаласыҡтарға нигеҙ һала. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы барышында хеҙмәтле казактар дворяндар (ҡара: Дворянлыҡ) һәм стрелецтар м‑н берлектә Өфө ҡәлғәһен (1586; ҡара: Өфө), Өфө өйәҙенең башҡа ҡалаларын һәм ҡәлғәләрен (17 б. — 18 б. башы) төҙөүҙә ҡатнашып, гарнизондарының бер өлөшөн тәшкил итә. Урал аръяғында ирекле һәм хеҙмәтле Себер казактары тарафынан Красный Бор (1649), Исәт (1650) һәм Тубыл өйәҙенең башҡа баструктары һалына. Был казактарҙың вариҫтары 1736 й. Исәт казак ғәскәренә берләштерелә. Ырымбур экспедицияһы (173444) составында Өфө казактары Ырымбур ҡ. (1734) һәм Ырымбур сик һыҙығының бер нисә ҡәлғәһен һалыуҙа ҡатнаша. 1748 й. Яйыҡ казактарынан — Яйыҡ казак ғәскәре, Исәт, Һамар, Өфө казактарынан Ырымбур иррегуляр ғәскәре (1755 й. алып Ырымбур казак ғәскәре) ойошторола. Ырымбур һәм Яйыҡ казак ғәскәрҙәренең төп бурысы гарнизон һәм сик хеҙмәте, Ырымбур губернаһының урыҫ булмаған халыҡтары сыуалыштарын һәм фетнәләрен баҫтырыу була. 1775 й. Крәҫтиәндәр һуғышында (177375) Е.И.Пугачёв яғында сығыш яһаған өсөн Яйыҡ казак ғәскәре электән килгән үҙидара хоҡуғын юғалтып, Урал казак ғәскәре итеп үҙгәртелә. 1798 й. Ырымбур крайында казактарға һәм уларға тиңләштерелгән ҡатламдарға идара итеүҙең кантон системаһы индерелә. 18 б. аҙ. — 20 б. башында Ырымбур һәм Урал казак ғәскәрҙәре полктары Рәсәй алып барған бөтә һуғыштарҙа, ш. иҫ. рус-швед һуғышында (178890), Ватан һуғышында (1812), рус армияһының сит илгә походтарында (181314), рус-төрөк һуғышында (182829), Ҡырым һуғышында (185356), Төркөстандың Рәсәйгә ҡушылыуында (19 б. 2‑се ярт.), 1768—74 йй. рус-төрөк, рус-япон (190405) һуғышында һәм Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Революция (1917) һәм Граждандар һуғышы йылдарында казактар совет власын урынлаштырыу яҡлыларға һәм ҡаршы сығыусыларға бүленә. Ырымбур казак ғәскәренең байтаҡ өлөшө һәм Урал казак ғәскәре тулыһынса тиерлек Аҡтар хәрәкәтенә ҡушыла, еңелгәндән һуң казактар Ҡытайға, Фарсы иленә сигенеп, унан Австралияға, Америкаға һәм Европаға сығып китә. Совет Рәсәйендә ҡалған казактарҙың байтағы репрессияға дусар ителә. 1936 й. тиклем СССР‑ҙа казак сығышлы ир‑егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә алыу тыйылған. 1920 й. РСФСР ХКС‑ы ҡарары м‑н элекке казак өлкәләрендә РСФСР Конституцияһына ярашлы урындағы власть органдары ойошторола, Бөтә Рәсәй ҮБК ҡарары м‑н элекке казак ерҙәренә РСФСР‑ҙың ер б‑са закондары ғәмәлгә индерелә. 20 б. 30‑сы йй. элекке Ырымбур казак ғәскәре ерҙәренең бер өлөшө һәм элекке Урал ғәскәре ерҙәре тотошлайы РСФСР составынан алынып, Ҡаҙаҡ ССР‑ына бирелә. 2002 й. рев‑цияға тиклемге Ырымбур казактары вариҫтары Ырымбур өлкәһе халҡының 15%‑ын тәшкил итә, Урал казактары вариҫтары элекке СССР терр‑яһында бөтөнләй юҡ тиерлек. РФ‑та К.ҡ. тергеҙеү б‑са саралар күрелә (РФ Президентының 1992 й. 15 июнендәге «“Репрессияға дусар ителгән халыҡтарҙы аҡлау тураһында” Рәсәй Федерацияһы законын казактарға ҡарата тормошҡа ашырыу саралары тураһында», 2005 й. 5 дек. “Рәсәй казактарының дәүләт хеҙмәте тураһында” РФ федераль законы һ.б.). 20 б. 90‑сы йй. алып БР‑ҙа Ырымбур казак йәмғиәтенең Табын бүлексәһе эшләй.

Әҙәб.: Стариков Ф.М. Историко-статистический очерк Оренбургского казачьего войска. Оренбург, 1891; Иванов В.А., Чугунов С.М. История казачества на Урале. Оренбург, 2003; Дубовиков А.М. Уральское казачество в системе российской государственности (ХVIII — начало ХХ вв.). Тольятти, 2007.

В.А.Иванов, А.И.Кортунов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018