КЕСЕ ИНЙӘР, йылға, Инйәр й. уң ҡушылдығы. Нәре һыртының көнсығыш битләүендә башлана. Белорет р‑ны буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға, Мәнәү й. тамағында йүнәлешен төньяҡ- көнбайышҡа үҙгәртә һәм Инйәр й. (тамағынан 137 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 96 км, басс. майҙаны 1060 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Айғыр й. тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 11,8 м3/с. Басс. рельефы уртаса һәм тәпәш таулы. Ландшафы көрән тау‑урман һәм тау-болон тупраҡтарындағы ҡара ылыҫлы шыршы‑аҡ шыршы урмандарынан тора. Басс. 84%‑ын урман, 1%‑ын һаҙлыҡ биләй. К.И. басс. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан. Ҡушылдыҡтары: уң — Ҡайлыш, Рәүәт һ.б.; һул — Күҙйылға, Нәре, Бағарышта, Мәнәү, Ҡатасҡын һ.б.

Т.В.Воронина

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018