КЕСЕ ИБРАЙ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 256 кеше; 1920 — 432; 1939 — 592; 1959 — 355; 1989 — 145; 2002 — 125; 2010 — 127 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1794 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Түб. Үҙән‑Түбә исеме м‑н яһаҡлы һәм хеҙмәтле татарҙар нигеҙ һала. 1865 й. Ибрайҙа (Түб. Үҙән‑Түбә) 37 йортта 232 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. Шулай уҡ Ҡораласыҡ булараҡ билдәле булған. 19 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә.

М.Х.Сафин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018