КЕСЕ ГӘЙНӘ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Кожай‑Семёновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 38 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 176 кеше; 1920 — 248; 1939 — 249; 1959 — 250; 1989 — 132; 2002 — 96; 2010 — 62 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Тауҡай-Гәйнә а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Мәүлекәй‑Гәйнә исеме м‑н билдәле булған. С.З.Тулин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке