“АҠ ЯУРЫН САЛ БӨРКӨТ”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр Л.Н.Лебединский 1939 й. Баймаҡ р‑нында Ғ.Шәмсетдиновтан яҙып ала, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында З.Ғ.Исмәғилев яҙмаһында баҫыла. Варианттарын Ф.К.Камаев, А.С.Ключарёв, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Көй бейеү характерында.

Башҡарыр алдынан, ғәҙәттә, бер нисә варианты булған легендаһын бәйән итәләр. Легендаларҙың береһендә ояһынан балаларын алып киткән һунарсыны эҙәрлекләүсе бөркөт т‑да хикәйәләнә; ҡоштоң зарлы саңҡыуын онота алмаған һунарсы көй сығара. Киҫкенерәк сюжетлы икенсе вариантында бөркөттәрҙең ҡоно ауыл халҡын урланған ҡош балаларын ояларына ҡайтарырға мәжбүр итеүе т‑да бәйән ителә. Легенда башҡорттарҙағы традицион бөркөт культын (ҡара: Ҡоштар культы) сағылдыра. Көйгә пунктир ритм, ҡабатланыусан һәм квадрат структура хас. Юғары һуҙынҡы өндәрҙең түбәнәйеүсе киң һикерештәр м‑н сиратлашыуы инструменталь көйгә үҙенсәлек өҫтәй.

Башҡарыусылар араһында ҡурайсылар С.Ғ.Бараҡов, Дилмөхәмәтовтар, К.М.Дияров.

Әҙәб.: Камаев Ф.Х. Ҡурай моңдары. Өфө, 1991.

Л.Ҡәлмәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Нотная запись мелодии

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.