КАГАНОВ Зосим Григорьевич (23.12.1911, Киев — 23.11.1998, С.‑Петербург), инженер‑электрик. Техник ф. д‑ры (1963), проф. (1969). Иваново энергетика ин‑тын тамамлағандан һуң (1937) 1940 й. тиклем Целлюлоза‑ҡағыҙ комб‑ты ТЭЦ‑ында (Сегежа эшселәр ҡасабаһы) эшләй, 1942—46 йй. — Ҡыҙыл Армияла. 1948 й. алып Иваново энергетика ин‑тында, 1959 й.— Автоматика һәм электрометрия ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1961 й. башлап СССР ФА Себер бүлексәһенең Себер Энергетика ҒТИ‑нда лаб. мөдире (икеһе лә — Новосибирск ҡ.). 1971—88 йй. ӨАИ‑ла: 1971 й. алып теоретик һәм дөйөм электротехника каф., 1979 й. — электротехниканың теоретик нигеҙҙәре каф. мөдире. К. тарафынан параметрҙары бүлгесләнгән электр сынйырҙарындағы тулҡын күренештәре тикшерелә, энергетика объекттарының изоляцияһын тикшереүҙең емермәй торған ысулдары эшләнә. Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәре һәм БДБ илдәренең пр‑тиеларына индерелгән. 145‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 21 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Волновые явления в электрических машинах: приближённые методы расчёта. Новосибирск, 1964; Цепные дроби в электротехнике. Новосибирск, 1966; Волновые напряжения в электрических машинах. М., 1970.

В.С.Лоҡманов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.