КЕСЕ БИРЙӘН, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Оло Бирйән һырты армыты. Белорет р‑ны буйлап Бәҙәреш й. (Ләмәҙ й. ҡушылдығы) тамағы киңлегенән алып Оло Осарлы й. (Инйәр й. басс.) тамағына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 10 км яҡын, киңлеге 3—4 км, абс. бейеклеге 811 м. Елмәрҙәк свитаһының бирйән ярым свитаһы гравелиттарынан, аркозлы ҡомташтарынан тора. Ландшафы аҡһыл һоро урман тупрағындағы һәм көрән тау тупрағындағы киң япраҡлы‑ҡара ылыҫлы урмандарҙан ғибәрәт. Көнбайыш битләүендә Оло Осарлы й., көнсығышта — Ҡүсәғазы й. башлана.

Тәрж. А.Н.Күсеев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018