КЕСЕ БАЙЫҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Байғужа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 11 км һәм Салауат т. юл ст. Көнс. табан 34 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 137 кеше; 1920 — 183; 1939 — 174; 1959 — 140; 1989 — 95; 2002 — 104; 2010 — 148 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Байыҡ а. (хәҙ. Оло Байыҡ а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 й. 50 йортта 235 кеше йәшәгән (Оло Байыҡ халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған). Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мөгәзәй булған.

Ә.З.Әсфәндиәров, Ғ.И.Яҡупов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018