КАБАЛЬНОВА Наталья Нурулла ҡыҙы (20.8.1953, Харьков ҡ.), химик. Химия ф. д‑ры (2002), проф. (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Органик химия ин‑тында эшләй (2000 й. алып лаб. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре озон, кислород, органик һәм органик булмаған перекись берләшмәләре, хлорҙың кислородлы берләшмәләре йоғонтоһонда окисланыу процестарын өйрәнеүгә, органик берләшмәләрҙең актив кислородлы молекулалар тәьҫирендә окисланыу әүерелештәре нигеҙҙәрен эшләүгә арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Химия и хемилюминесценция диоксиранов. М., 1999 (авторҙ.).

Ю.И.Муринов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018