КЕСЕ АРҠА, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай р‑ны буйлап Өпәй һәм Һарғай йй. (Рәүҙәк й. ҡушылдыҡтары) араһында меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 9 км, киңлеге 2—4 км, абс. бейеклеге 609 м. 5 түбәһе айырылып тора. Рельефы тигеҙ, уйпатлыҡтар м‑н ҡатмарланған. Төньяҡ өлөшөндә 10 м тәрәнлектәге карст упҡыны бар. Көнсығыш битләүҙәре һөҙәк, көнбайышы — текә. Вендтың әшә свитаһы алевролиттарынан һәм полимикт ҡомташтарынан тора. Ландшафы тау һоро урман тупрағындағы һәм кәҫле көлһыу тупраҡтағы йүкә‑имән‑саған ҡатыш киң япраҡлы ҡоро урмандарҙан тора.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке