КАБАЛЬНОВ Юрий Степанович (6.9.1948, Стәрлетамаҡ ҡ. — 20.7.2009, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1997 й. алып информатика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы динамик объекттар м‑н идара итеүҙең оптималь һәм адаптив системаларын тикшереүгә арналған. К. тарафынан реаль ваҡыт системаларында мәғлүмәтте синтаксик һәм семантик ҡыҫыу ысулдары; электрон (дистанцион) уҡытыуҙың алгоритмик һәм дидактик нигеҙҙәре уйлап табыла; күп бәйләнешле координацияланған идара итеү системалары өсөн уларҙың тотороҡлолоғон синтезлау һәм тикшереү моделдәре, ысулдары тәҡдим ителә. Асыштары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең авиация, нефть эшкәртеү сәнәғәте пр‑тиеларына индерелгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Оптимизация многомерных систем управления газотурбинных двигателей летательных аппаратов. М., 1989 (авторҙ.); Управление динамическими системами в условиях неопределённости. М., 1998 (авторҙ.); Проблемы проектирования и развития систем управления и контроля авиационных ГТД. М., 1999 (авторҙ.).

Р.Р.Кәримов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.