КЕРПЕКЛЕ ФАБРОНИЯ (Fabronia ciliaris), мүк һымаҡтар төрө. Аҡһыл йәшел төҫтәге ҡуйы йоҡа кәҫлек барлыҡҡа килтергән ян-яҡ емешле күп йыллыҡ бер өйлө мүк. Һабағы йәйенке, оҙонлоғо 1 см әҙерәк. Япрағы йомортҡа формаһында, ҡырҡа тарайған, оҙон осло, сите эре киртләсле. Епсәһе нескә, япраҡтың урта тирәһендә йәки аҫтараҡ тамамлана. Ҡумтаһы төҙ, ҡыҫҡа овал формаһында, ябай перистомлы. Споралар ярҙамында үрсей. Кварц һәм һәүерташ юлаҡтары булған ҡаялы эзбизташ яланғаслыҡтарында үҫә. Ҡағы й. (Белорет р‑ны) тамағының тирә-яғында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

 

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.