КАБАКОВИЧ Геннадий Аркадьевич (29.2.1952, Гайсин ҡ.), социолог. Социол. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). Рига юғары хәрби авиация инженерлыҡ уч‑щеһын тамамлаған (1978). 1979 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. 1996 й. башлап БДУ‑ла: 1998 й. алып Башҡ. эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге акад. дир., 2003—10 йй. тәрбиәүи эш һәм соц. мәсьәләләр б‑са проректор. Фәнни тикшеренеүҙәре хәрби социология, йәштәр социологияһы, уҡыу процесына яңы мәғлүмәт технологияларын индереү проблемаларына арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Военное образование и национальная безопасность. СПб., 1998 (авторҙ.); Военное право. М., 1999.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.