КЕРҘӘШЛЕК, аҫаба башҡорттар (ҡара: Аҫаба) м‑н күскенселәрҙең төрлө категориялары (ҡара: Керҙәштәр) араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләгән соц. институт. Тәүҙә ул ергә аҫабалыҡ хоҡуғын (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) юғалтҡан башҡорттарға ғына, 17 б. алып К. иҫәбенә башҡ. улустарында хужалыҡ алып барыу өсөн үҙәк өйәҙҙәрҙән һәм Волга буйынан килеп ултырған күскенселәргә (башлыса крәҫтиәндәр; ҡара: Күскенселек хәрәкәте) лә ҡағыла. 18 б. башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә (ҡара: Аҫабалыҡ) тау заводы хужалары һәм алпауыттар К. ала. К. бер кешегә йәки төркөмгә яһаҡты бергә түләү, ер хужаһы файҙаһына йөкләмәләр атҡарыу, аҡсалата йәки натураль оброк түләү шарттарында башҡ. ерҙәрен (урман, һөрөнтө ер, са‑ бынлыҡ, мәғдән сығарыу, балыҡ то‑ тоу урындары һ.б.) ҡуртымға биреү аша башҡарылған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке