КЕРӘШЕНДӘР, Волга-Урал төбәге татарҙары составындағы этноконфессиональ төркөм. К. һаны 2002 й. РФ‑та — 24668, БР‑ҙа — 4510. Нигеҙҙә, ТР‑ҙа, Удмурт Респ., БР‑ҙа һәм Силәбе өлк. йәшәйҙәр. БР‑ҙа Баҡалы районында тупланғандар. К. теле татар теленең урта диалектына (Ҡазан аръяғы К., Түбәнге Кама буйы К., нуғайбәк, Чистай К., Молькеев К. һөйләше айырыла) ҡарай. Диндар К. православие динен тота. Көнбайыш Кама алды, Минзәлә, Чистай, Алабуға, Молькеев, Баҡалы һәм Нуғайбәк этнографик төркөмдәре айырып йөрөтөлә. Башҡортостанда К. 16—17 бб. күренә башлай. Тәүге ауылдары Башҡортостандың көнбайышында һәм төньяҡ-көнбайышында барлыҡҡа килә. 18 б. Ырымбур губернаһында йәшәгән К. казак ҡатламына күсерелеп, яһаҡ түләүҙән азат ителә һәм ер биләү хоҡуғы ала. 19 б. К. Бәләбәй өйәҙендә һәм Минзәлә өйәҙендә тупланып йәшәй. Бәләбәй өйәҙендәге 1912—13 йй. өй беренсә халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, 793 ауылда 4886 К. теркәлгән. 1926 й. Бәләбәй кантоны Баҡалы улусы Яңы Балыҡлы а. 166 йортта — 927, Бозор а. 172 йортта — 1033, Утар а. 112 йортта — 601, Яңы Илек а. 153 йортта 804 К. йәшәгән. 1989 й. Яңы Балыҡлыла — 523, Бозорҙа — 649, Яңы Илектә — 641, Яңы Матыла — 435, Үмәрҙә 591 К. теркәлгән.

К. хужалығында игенселек төп урынды тотҡан. Борсаҡ, ҡарабойҙай, һоло, бойҙай, арыш һәм арпа үҫтергәндәр. Һуҡа м‑н тырма төп ер эшкәртеү ҡоралдары булған. Йөктө ат м‑н ташығандар. Бының өсөн, нигеҙҙә, арба һәм сана файҙаланылған. Малсылыҡ ярҙамсы урын биләгән. Кәзә, һыйыр, йылҡы, һарыҡ, сусҡа үрсеткәндәр. Ҡошҡорт (ҡаҙ, күркә, тауыҡ, өйрәк) аҫрағандар. Баҡса тотҡандар. Йорт һөнәрҙәренән туҡыу, тире иләү һәм септә һуғыу һ.б. үҫешкән. Шулай уҡ кәрзин, сабата үреү, тәгәрмәс яһау, ағас эшкәртеү һ.б. м‑н шөғөлләнгәндәр.

Ауыл төп торама тибы булған. 19 б. ауылдарҙа өйҙәрҙең бер рәт булып ултырыуы өҫтөнлөк ала. Соланлы өй, хужалыҡ ҡаралтыһы (келәт, мунса, баҙ) берҙәм комплекс тәшкил итеп, ситән йәки кәртә м‑н уратып алынған. Ҡыйыҡтар 2 яҡлы булған, өй ҡыйығы ғәҙәттә таҡта һәм һалам, ә хужалыҡ ҡаралтылары ҡабыҡ, ҡамыш м‑н ябылған. Өй эсе 2‑гә: аҡ һәм ҡараға бүлеп йөрөтөлгән. Иконалар, һике, һәндерә өй эсе биҙәлешенең төп элементтары булған. Бүлмәнең кеше йәшәгән өлөшө йоҡа таҡта йәки шаршау м‑н икегә (ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ яғына) бүленгән. Торлаҡты эс яҡтан йыйыштырыуҙа ҡулдан һуғылған остары сигеүле таҫтамалдар, ашъяулыҡтар файҙаланылған.

Ҡатын-ҡыҙҙың ғәҙәти кейеме билле күлдәк, ыштан, алъяпҡыс, камзул, елән, сәкмәндән, ирҙәрҙеке үрелгән йәки бәйләнгән билғаулы оҙон итеп тегелгән күлдәк, салбар, елән, кәзәкей һәм сәкмәндән торған. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡышын бишмәт, толоп, тун кейгән. Ирҙәр башына кейеҙ эшләпә, кәпәс, һарыҡ тиреһенән тегелгән бүрек, ҡатын-ҡыҙ ҡалпаҡ, ҡамсат бүрек, сүрәкә кейгән; аяҡ кейеменән сабата, йөндән баҫылған калуш, итек һәм быйма булған. Традицион биҙәүестәр — көмөш беләҙек, тәңкә, сәс биҙәүестәре, һырға.

К. аш-һыуында ҡамыр аҙыҡтары һәм ярмалар киң таралған. Һарыҡ, һыйыр, быҙау, сусҡа һәм ҡош ите ашағандар. Һөттән ҡатыҡ, ҡаймаҡ, эремсек яһағандар. Төп эсемлектәре — сәй, айран, кеүәҫ һәм һыра.

19 б. К. ҙур һәм бәләкәй ғаилә булған. Ғаилә көнкүрешендә патриархаль ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡланған. Яңы ғаиләләр ҡоҙалау нигеҙендә барлыҡҡа килгән, ҡыҙ урлау йолаһы ла осраған. К. иң сағыу йолалары туйға бәйле. Иван Купала көнөн, Пётр көнөн һ.б. (ҡара: Православие байрамдары) байрам иткәндәр. К. традицияларында һәм дини инаныуҙарында шаманлыҡ, ата-бабалар культы киң таралып, ҡорбан салыу, изге урындарҙа һ.б. сиркәү йолаларын атҡарыу формаһында һаҡланып ҡалған. Халыҡтың ауыҙ-тел ижады (бәйеттәр, йомаҡтар, әкиәттәр һ.б.), музыкаль фольклоры күп төрлө. К. иң ныҡ таралған музыка ҡоралы — көснә. 1998 й. Баҡалы а. К. милли-мәҙәни үҙәге ойошторола.

Әҙәб.: Мухаметшин Ю.Г. Татары-кряшены. М., 1977; Давлетшина З.М. Татарское население Башкортостана. Уфа, 2001.

А.Ф.Ғәлиев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика