КЕРӘҮЛЕИЛЮШКИН, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Керәүле‑Илюшкин а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Керәүле й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 423 кеше; 1920 — 683; 1939 — 751; 1959 — 530; 1989 — 595; 2002 — 601; 2010 — 678 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Сеспел” сыуаш халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар. Ауылға Ырымбур өйәҙе Һыуын-Ҡыпсаҡ һәм Ҡара‑Ҡыпсаҡ улустары башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1790 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала. Шулай уҡ Керәүлелюшкин булараҡ теркәлгән. 1795 й. 14 йортта 103 кеше йәшәгән, 1866 й. 53 йортта — 278 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. сиркәү, мәктәп, һыу тирмәне булған.

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.