КЕРӘН (Armoracia), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 3 төрө билдәле, Европала һәм Төньяҡ Азияла таралған. Башҡортостанда ауыл, йәки ябай К. үҫә. Йыуан итләс тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 50—150 см. Тамыр яны япраҡтары розеткала, оҙон һаптарҙа, эре, оҙонса йәки оҙонса‑овал формала; аҫҡы һабаҡ япраҡтары ҡауырһын бүлемле; ҡалғандары — бөтөн, оҙонса‑ланцеттан алып ҡыяҡҡа тиклем. Сәскәләре ваҡ, аҡ төҫтә ҡалҡансыҡ рәүешендәге суҡтарға йыйылған. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ҡабарынҡы күп оялы оҙонса‑овал бәләкәй ҡуҙаҡ, уның һәр бер ояһында 4 орлоҡ бар, июнь— июлдә өлгөрә. Йәшелсә баҡсаларында үҫтерелә, йылға ярҙарында, дымлы болондарҙа, ташландыҡ ерҙәрҙә, торлаҡ янында респ. бөтә терр‑яһында осрай. Составында витаминдар, тиогликозидтар, флавоноидтар һ.б. бар, косметологияла һәм медицинала ҡулланыла. Декоратив үҫемлек, ашарға яраҡлы үҫемлек. Культурала Суздальский сорты киң таралған (уңдырышлылығы 20—30 т/га тиклем).

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018