АҠ ШЫРШЫ (Abies), ҡарағай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған.

Башҡортостанда себер А.ш. үҫә. 200—250 йәшкә етеүсе күләгәгә сыҙамлы мәңге йәшел ылыҫлы ағас. Сатыры ҡуйы, тар конус һымаҡ; ҡайыры шыма, сайырлы оролары бар, олоно төҙ, бейеклеге 24—35 м, диам. 0,5 м тиклем. Ылыҫы йомшаҡ, яҫы, үҙәк үренделә радиаль, ситендәгеләрҙә — ике рәтләп урынлашҡан, 8—10 йылға тиклем ҡойолмай. Ата тубырсыҡ һарыраҡ төҫтә, сатырҙың урта һәм өҫкө өлөшөндә барлыҡҡа килә. Май башында, ылыҫланыр алдынан, һеркәләнә. Инә тубырсыҡ сатырҙың өҫкө өлөшөндә барлыҡҡа килә, йәш тубырсыҡ — йәшел йәки көрәнһыу ҡыҙыл, өлгөргәне — көрән, цилиндр формаһында, оҙонлоғо 5—9 см, киңлеге 2—4 см, төҙ; көҙөн өлгөрә һәм айырым тәңкәләргә бүленә, ағаста үҙәге генә тороп ҡала. Орлоғо ваҡ, ҡанатлы. Ағиҙел—Кама йй. араһында, Өфө яйлаһында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә һәм көнбайыш битләүендә шыршы һәм киң япраҡлы ағас төрҙәре м‑н ҡомло балсыҡлы тупраҡта үҫә. Төҙөлөштә, целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәтендә һәм муз. ҡоралдары эшләү өсөн файҙаланыла. Сайырынан А.ш. бәлзәме (медицинала һәм оптик микроскопияла ҡулланыла), йәш ботаҡтарынан А.ш. майы алына. Декоратив үҫемлек, ҡалала үҫә алмай. Интродуценттар араһында бәлзәм А.ш. айырыуса сыҙамлы.

Әҙәб.: Попов Г.В. Леса Башкирии (их прошлое, настоящее и будущее). Уфа, 1980; Путенихин В.П. Дендрология с основами декоративного садоводства: учеб. пособие: в 2 ч. Ч.1. Уфа, 2006—2007.

В.П.Путенихин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018