КЕРБЕЛЬ Лев Ефимович (7.11.1917, Чернигов губ. Семёновка а. — 14.8. 2003, Мәскәү), скульптор. СССР‑ҙың (1977) һәм РСФСР‑ҙың (1967) халыҡ рәссамы. СССР Художество акад. академигы (1975). Соц. Хеҙмәт Геройы (1985). СССР‑ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы (1942). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлаған (1948; педагогтары А.Т.Матвеев, Л.В.Шервуд). 1962 й. алып Мәскәү художество ин‑тында уҡыта, 1988—92 йй. Рәсәй художество акад. вице‑президенты. Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында һәм сит илдәрҙә ҡуйылған 50‑нән ашыу һәйкәл һәм мемориал авторы: Берлинда Совет яугирҙарына (1945, авторҙашлыҡта), Ҡазанда Ғ.Туҡайға (1958), Мәскәүҙә К.Марксҡа (1961) һ.б. Өфө ҡалаһында К. тарафынан эшләнгән М.Ғафури һәйкәле (1978; архитектор Л.В.Хихлуха м‑н берлектә; Башҡорт драма театры бинаһы алдында) һәм А.М.Матросов м‑н М.Х.Ғөбәйҙуллин образдары һынландырылған Б.В. һуғышы геройҙарына арналған монумент (1980, скульптор Н.С.Любимов, архитектор Г.Г.Лебедев м‑н берлектә; Еңеү паркында) ҡуйылған. Ленин (1962) һәм Сталин (1950) пр., БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (1979) лауреаты. Ленин, 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, Ҡыҙыл Йондоҙ, 3‑сө дәрәжә “Ватан алдында күрһәт‑ кән хеҙмәттәре өсөн”, сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.