КЕРАТИТ (гр. кeras — мөгөҙ), күҙ мөгөҙсәһенең шешеүе. К. йоғошло (бактериаль, вируслы, бәшмәк һ.б.), травматик, аутоиммун, нейропаралитик һ.б. төрҙәргә бүләләр. Ябай герпес һәм аденовирустар, ш. уҡ бактериялар (кокктар) тыуҙырған йоғошло К. таралған. Контакт, гематоген юлдар аша һәм йәрәхәтләнгән ваҡытта йоға. Сәбәпсе факторҙар: күҙ ҡабағының хроник ауырыуы һәм конъюнктивит, һыуыҡ тейҙереү, иммунитеттың түбәнәйеүе, авитаминоз, хроник инфекцион ауырыуҙар һ.б. Төп симптомдары: күҙ ауыртыу, күҙ сағылыу, күҙҙән йәш ағыу, күҙ мөгөҙсәһенең шешеүе һәм томаланыуы, күреү үткерлеге кәмеү. Диагностика өсөн офтальмобиомикроскопиялар, лаб. (цитологик, бактериологик, вирусологик, иммунологик) һәм серологик тикшеренеүҙәр, сикле аллергик һынау мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау медикаментоз (антибиотиктар, антисептик, вирусҡа ҡаршы, антимикотик, гормональ, иммунитетты көсәйтеүсе саралар һ.б.) һәм хирургик. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: күҙ мөгөҙсәһенең тишелеүе, күҙгә аҡ төшөү, ирит, иридоциклит, икенсел глаукома. Иҫкәртеү: күҙҙәрҙе йәрәхәтләнеүҙән һаҡлау, йоғошло һ.б. ауырыуҙарҙы ваҡытында дауалау. Башҡортостанда 100 мең кешегә йыл һайын 130—150 ауырыу осрағы тура килә. К. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы й. алып Күҙ ауырыуҙары институтында һәм Медицина университетында (Р.Ф.Войшвилло, Ғ.Х.Ҡоҙаяров) алып барыла. Герпес К. (И.А.Грипась, Г.Х.Зәйнетдинова, В.Б.Мальханов, З.Р.Мәрүәнова, Е.Н.Семёнова, Н.Е.Шевчук), бәшмәк К. (М.Ҡ.Кәримов), “ҡоро күҙ” синдромы К. (С.Н.Ишемйәрова, Ф.Ш.Ҡорбанаева), герпес‑бактериологик К. кератопластика ҡулланып (Р.С.Закиров, Р.М.Ғимранов) диагностикалау һәм медикаментоз дауалау ысулдары эшләнгән.

Әҙәб.: Мальханов В.Б. Офтальмогерпес: клиника, диагностика, лечение. Уфа, 1994.

Г.Х.Зәйнетдинова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке